ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
ПРОИШЕСТВИЯ
7 Март , 10:26

Башҡортостанда ҡатын яҡындарын үлтереүҙә ғәйепләнә

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын ирен, улын һәм әхирәтен аяуһыҙ үлтергән.

Башҡортостанда ҡатын яҡындарын үлтереүҙә ғәйепләнә
Башҡортостанда ҡатын яҡындарын үлтереүҙә ғәйепләнә

 

Благовещен районының Сидяш ауылында йәшәүсе 58 йәшлек ҡатындың өс үлемгә ҡатнашы барлығын полиция хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең БР буйынса тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә асыҡлаған. Беренсе енәйәтте ҡатын 90-сы йылдарҙа ҡыла, ул ирен балта менән сабып үлтерә. Хәҙер иһә ҡатын үҙенең улын үлтереүен, шулай уҡ асыҡланмаған енәйәттә әхирәтен үлтереүен таный.

Асыҡланыуынса, 20 йыл элек ҡатын әхирәтен балта менән һуғып үлтерә, шунан һуң уның өйөн яндыра. Тикшереү версияһы буйынса, 2005 йылдың июлендә ғәйепләнеүсе 45 йәшлек әхиәртендә ҡунаҡта була. Спиртлы эсемлектәр эскән саҡта ҡатын-ҡыҙҙар араһында бер ирҙеее көнләшеү арҡаһында бәхәс башлана. Конфликт ваҡытында ғәйепләнеүсе йорт хужабикәһенә балта менән һуға, унан дивандағы одеялды яндыра һәм енәйәт урынынан ҡаса. Күршеләр, төтөндө күреп, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра һәм ҡатындың кәүҙәһе табыла.

Әсә кеше күрһәтеүенсә, улы уны ҡышҡылыҡҡа утынһыҙ ҡалдырырға уйлай, унан әсәһенә ҡул күтәрә. Яуап итеп ҡатын уны этеп ебәрә, һөҙөмтәлә улы ҡолай һәм үлемесле яра ала. Енәйәт эҙҙәрен юйыу өсөн ҡатын өйҙө яндыра. 

Әммә тәфтишселәр ҡатындың улының үлеменә ҡатнашлығы булғанын асыҡлай. Был осраҡта ла ҡатын балтаны файҙалана. Хәҙер, яңы эш буйынса һаҡ аҫтына алынғас, ҡатын ғәйебен танған. Уның һүҙҙәренсә, әхирәтен үлтереүҙең мотивы – көнләшеү.

Яҡындарын үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатындың алдағы яҙмышын суд хәл итәсәк. Уға 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Фото: Башинформ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: