ПРОИШЕСТВИЯ
1 Июнь 2025, 05:47

Һыу ҡорбандар ала

"ВАЗ-2101" автомобиле ярҙан йылғаға осҡан. 29 йәшлек водитель машинанан сыға алмаған.

Һыу ҡорбандар алаҺыу ҡорбандар ала
Һыу ҡорбандар ала

Фажиғә Ғафури районы Табын ауылында теркәлгән.

Шаһиттар һөйләүенсә, улар ике машинала балыҡ тоторға барған, ҡайтҡан саҡта бер машина күҙҙән юғалған - ул бейек ярҙан Ағиҙел йылғаһына төшөп киткән була.

Машинаны трактор менән ярға һөйрәп сығарғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егет һәләк булған...

Машинала водитель бер үҙе булған.

Һәләк булған егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана, оператив һәм тикшереү саралары уҙғарыла.

Фото: МЧС РБ.

Автор:
Читайте нас