ПРОИШЕСТВИЯ
9 Июня 2025, 04:37

Янғын осрағы теркәлде

Был һуңғы тәүлектә берҙән-бер ландшафт янғыны, тип билдәләнеләр Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Янғын осрағы теркәлдеЯнғын осрағы теркәлде
Янғын осрағы теркәлде

Краснокама районында янып киткән ҡоро үлән һүндерелгән.

Был һуңғы тәүлектә берҙән-бер ландшафт янғыны, тип билдәләнеләр Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Уҙған 24 сәғәт эсендә урман янғындары теркәлмәгән.

Йыл башынан алып 25 гектарҙан ашыу майҙанда бөтәһе 10 урман янғыны һәм 1200 гектар майҙанда 276 ҡоро үлән янғыны теркәлгән.

Иҫкәртәбеҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡоро үлән яндырыу - административ хоҡуҡ боҙоу булып тора һәм административ штраф һалыуға килтерә. Янғын хәүефенән тыш, үлән экосистемаға оло зыян килтерә, шул турала онотмағыҙ, зинһар.

Урманда:

- усаҡ яғыу;

- һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау;

- шешәләр йәки быяла ҡалдырыу;

- ағастар аҫтында, аҡланда, үлән, шулай уҡ баҫыуҙа, урманда ҡамыл яндырыу;

- ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылыҡтарында, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үләнле урындарҙа, ағас сатырҙарында, зарарланған урман участкаларында усаҡ яғыу;

- урман хужалығы эштәрен башҡарғанда ағас ҡалдыҡтарын яндырыу ТЫЙЫЛА!

Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн иҫкәртеү яһала йәки административ штраф һалына.

Тәбиғәт янғындары менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуына юл ҡуймау өсөн янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе һәм тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлау өсөн уяулыҡ күрһәтеүҙе һорайбыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас