Мәләүез районының Һамар-Ивановка ауылында ҙур фажиғә була яҙған. Мәғлүм булыуынса, йортта ут сыҡҡан.
Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, бер көн алда уның янына элекке тормош иптәше – бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 35 йәшлек ир килгән. Уны өйгә индермәгәстәр, был әҙәм ғауға ҡуптарған. Бәхәс ваҡытында ир бысаҡ менән янап, асыуланып ҡайтып киткән. Бер аҙҙан бензин алып килеп, йорттоң ишек алдына һипкән һәм ут төрткән.
Янғынды ваҡытында һүндереп өлгөргәндәр. Был ваҡытта өйҙә йортта хужабикәһе һәм ете йәштән 15 йәшкә тиклемге дүрт бала була. Ғәйепләнеүсе ҡулға алған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана