Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
6 Апрель , 16:29

Әгәр законһыҙ рәүештә пособие алһаң...

Ейәнсура райоынында йәшәгән ҡатынды улына законһыҙ пособие алғаны өсөн хөкөм иттеләр.

Ейәнсура районының мировой судьяһы түләү алыуҙа мутлашыуҙа ғәйепле тип табылған 39 йәшлек ҡатын-ҡыҙға хөкөм ҡарары сығарҙы (РФ Енәйәт кодексының 159.2-се статьяһының 1-се өлөшө).

Ғәйепләнеүсенең 13 йәшлек улына ҡарата ата-әсәлек хоҡуғы сикләнгән, бала өләсәһе менән йәшәй һәм уның ҡарамағында була. Был турала белә тороп, ҡатын бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие тәғәйенләү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уға йәшәү минимумы күләмендә дәүләт ярҙамы тәғәйенләнгән.

2024 йылдың сентябренән 2025 йылдың апреленә тиклем “әсә” законһыҙ рәүештә 100 мең һумдан ашыу аҡса ала һәм үҙләштерә.

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен танмай. Суд уның иркен һигеҙ айға сикләне, шулай уҡ зыян суммаһын түләтте.

Автор:
Читайте нас