Бөгөн, 6 июнь, иртәнге алтылар тирәһендә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә 19 йәшлек водитель һәләк була, ә уның 16 йәшлек пассажиры зыян күрә.
Авария Бижбүләк районының Приютово-Бижбүләк трассаһының 28-се саҡрымында теркәлгән. Водитель танытмаһы булмаған егет, «Лада Калина» автомобилендә юл ситенә сығып китеп түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул "ашығыс ярҙам" килеп еткәнсе урынында уҡ һәләк була. Уның 16 йәшлек пассажиры йәрәхәтләнгән килеш дауаханаға оҙатыла.
Әлеге ваҡытта тикшереү үткәрелә, аварияның сәбәптәре асыҡлана.