+12 °С
Облачно


Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә кисә, киске биштәр тирәһендә Учалы районы Ураҙ ауылы янындағы һыу ятҡылығында ир батыуы хәбәр ителә.
Оператив рәүештә ваҡиға урынына ирекле янғын һүндереү командаһы водолаздары ҡуҙғала. 2000 йылда тыуған ир-аттың кәүҙәһе яр һыҙығынан 20 метр алыҫлыҡта, алты метр тәрәнлектә табыла.
Был осраҡ-тәбиғәттең һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәүе тураһында тағы бер ҡаты иҫкәртеү. Һыуҙа һаҡ булығыҙ!