ПРОИШЕСТВИЯ
21 Август , 06:47

Ейәнсура районында янғын осрағы теркәлде

19 августа Үтәғол ауыл биләмәһенең Иҙәш һәм Лукьян ауылдары араһында янғын осрағы булды.

"Белеүегеҙсә, көндәр бик ҡоро һәм эҫе тора. Был ваҡытта баҫыу эштәрен дә дәррәү башҡарып сығырға кәрәк. Әммә эш барышында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә айырыуса ҙур иғтибар биреү мөһим.

Һәммәбеҙҙе лә ут менән һаҡ булырға, янғын сығыуына юл ҡуймаҫ өсөн бөтә һаҡлыҡ сараларын күрергә, тирә-яҡҡа иғтибарлы булырға һәм һәр ваҡыт уяу торорға иҫкәртәбеҙ.

Үҙебеҙҙең дә, яҡындарыбыҙҙың да, ауылдаштарыбыҙҙың да именлегенә битараф булмайыҡ. Янғынды булдырмау — һәр беребеҙҙең яуаплылығында", - тип һаҡ булырға саҡыра  Байыш ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Куланшин.

Читайте нас