

Утты һүндереү барышында 74 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотоу кәрәклеген иҫкәртә:
– йорт-ҡура, ихата, кипкән үлән, ҡыуаҡлыҡтар тирәһендә ут яндырмағыҙ;
– кипкән үлән яндырһағыҙ, ут ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур янғынға әүерелеп китеүе бар;
– баҡсаларҙа көҙгө эштәр тамамланғандан һуң ҡороған үлән, сүп-сар яндырмағыҙ;
– бәләкәй балаларға шырпының уйынсыҡ түгел икәнлеген аңлатығыҙ, шырпыны балаларҙың ҡулы етмәҫлек урында һаҡлағыҙ;
– төҙөк электр ҡорамалдарын ғына файҙаланығыҙ;
– тоҡандырылған электр ҡорамалдарын, йылытыу приборҙарын ҡулланғанда, мунса яҡҡанда, мейесте тоҡандырғанда ут менән һаҡ булығыҙ;
– электр сымдарын дымландырыу, обой менән йәбештереү, сөй ҡағыу, тартып һуҙыу һәм бәйләү тыйыла;
– иҫке шнур, һәм оҙонайтҡыстар, төҙөк булмаған розетка, штепсель менән файҙаланмағыҙ;
– ҡулдан эшләнгән электр ҡулайламалары, стандарт булмаған ҡорамалдар, һаҡлағыстар (предохранитель) менән ҡулланыу тыйыла;
– һарай, ҡыйыҡ баштарында, түшәктә, тиҙ янып китә торған яғыулыҡтар эргәһендә тәмәке тартмағыҙ,
– өйөгөҙҙән сыҡҡанда телевизор, яҡтыртыусы лампаларҙы, электр йылытыусы, газ приборҙарын һ.б. һүндереп сығығыҙ;
– өйөгөҙҙә һәм йорт-ҡура тирәһендә һәр ваҡыт янғын һүндереү ҡоралдары, һыу менән һауыт, биҙрә әҙер торорға тейеш.