

“Volkswagen Caravelle” микроавтобусы Төмән – Ханты-Манси федераль автомобиль юлында “Маn” йөк машинаһының артҡы өлөшөнә барып инә. Авария юл эшмәкәрлеге алып барылған зонала, хәрәкәт реверсив светофор менән көйләнгән урында теркәлә. Көслө бәрелештән “ Volkswagen” янып китә.
Авария һөҙөмтәһендә автобустың биш пассажиры машина эсендә янып үлә, икәүһен сығарып өлгөрәләр, тик улар алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Фажиғә урынынан тағы ике кеше — 33 йәшлек водитель һәм 57 йәшлек пассажир — дауаханаға оҙатылған.
Фото:Төмән өлкәһе буйынса ДАИ.