Урал аръяғы журналистары семинарға йыйылды

.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урал аръяғы журналистары семинарға йыйылдыУрал аръяғы журналистары семинарға йыйылды
Урал аръяғы журналистары семинарға йыйылды

 

Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле буйында Көньяҡ-көнсығыш журналистар берекмәһенең семинары бара. 

 Пленар өлөштә ҡатнашҡан Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев матбуғат хеҙмәткәрҙәренең мөһим булыуын билдәләп, уларға ижади уңыштар теләне. Республика Башҡортостан нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары тапшырҙы. Улар араһында "Ейәнсура таңдары" гәзите мөхәррире Әлмира Әйүпова ла бар. 

 Журналистика оҫтаханаһы проекты авторы, медиадиректор Ринат Шәйбәков семинарҙың республика Башлығы Грантына үтеүен билдәләп, был йүнәлештә тағы ла әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. Шулай уҡ ул ошо Грант иҫәбенә алған веб-камераларҙы һәр редакцияға тапшырҙы. Журналистар Союзы рәйесе урынбаҫары Илшат Зарипов "Яугиргә хат" республика конкурсының еңеүселәрен билдәләне, союз таныҡлыҡтарын тапшырҙы. 

 Семинар эшенең практик өлөшө дауам итә. Унда гәзиттәге рубрикалар, фото төшөрөү оҫталығы, баҫмаларҙың дизайны һб мәсьәләләр ҡарала.

Автор: