Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Октябрь 2021, 14:45

Һәр балаға 20 мең һум түләргә уйлайҙар...

Был маҡсатҡа федераль бюджет сығымдары йылына яҡынса 60 миллиард һумға етергә мөмкин.

Һәр балаға 20 мең һум түләргә уйлайҙар...
Һәр балаға 20 мең һум түләргә уйлайҙар...

Иҫәп палатаһы ата-әсәләргә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн "әсәлек капиталы" аҡсалары иҫәбенә 20 мең һум күләмендә йыллыҡ түләү индерергә тәҡдим итте. Был хаҡта "РИА Новости" хәбәр итә.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, был маҡсатҡа федераль бюджет сығымдары йылына яҡынса 60 миллиард һумға етергә мөмкин. Бынан тыш, ведомство "әсәлек капиталы"н ҡулланыу ваҡытына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.

Әлеге ваҡытта, Иҫәп палатаһы беледереүенсә, балаға өс йәш тулғансы ата-әсәләргә тейешле аҡсаларҙы кредит, мәктәпкәсә белем биреү, инвалид балалар өсөн тауарҙар һатып алыу һәм ай һайын бирелә торған түләүҙәр өсөн файҙаланырға мөмкин. Әммә ведомствола "әсәлек капиталы"н торлаҡ һатып алыуға, белем биреүҙең башҡа төрҙәренә һәм тупланма пенсияға тотонорға рөхсәт итергә кирәк, тип һанайҙар.

Яңы сара 1,5 миллиондан артыҡ кешегә ҡағылыр ине, ә уны тормошҡа ашырыу өсөн 47,2 миллиард һум тирәһе аҡса кәрәк буласак, тип белдерҙеләр ведомствола.

Фото: activityedu.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: