Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Декабрь 2021, 09:45

Өлкәндәр өсөн һөйөнөслө хәбәр ишеттек әле

Был хәбәр 30 йыл эш стажы булған пенсионерҙарға ҡағыла. 

Өлкәндәр өсөн һөйөнөслө хәбәр ишеттек әле
Өлкәндәр өсөн һөйөнөслө хәбәр ишеттек әле

Ауыл хужалығында оҙайлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан пенсионерҙарҙың пенсия күләме 25% артыуы мөмкин. Бының өсөн өс шарттың үтәлеүе мөһим: пенсионер ауылда йәшәргә тейеш, 30 йылдан да кәм булмаған стаж (ауыл хужалығында эшләү мотлаҡ) һәм әлеге моментта эш урынының булмауы. Стаж һанағанда колхоз һәм совхоздарҙа һәм ауыл хужалығы предприятиеларында эшләү дәүере иҫәпләнә.

Сығанаҡ: Риа.ру

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: