Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Март 2022, 12:15

Ҡайһы бер пенсионерҙарға пенсия ваҡытынан алда таратыла

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы бүлегендә март айында пенсиялар һәм башҡа социаль түләмдәр таратыу графигы тураһында һөйләнеләр

Ҡайһы бер пенсионерҙарға пенсия ваҡытынан алда таратыла
Ҡайһы бер пенсионерҙарға пенсия ваҡытынан алда таратыла

Республикала Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле пенсия таратыу графигына үҙгәрештәр индерелгән, тип хәбәр итә ufa.kp.ru.

Түләүҙәрҙе илтә башлау датаһы 3 мартҡа тәғәйенләнгән. 5 һәм 7 мартта 8-е өсөн пенсияны таратасаҡтар

– Артабан түләмдәр билдәләнгән графикҡа ярашлы таратыласаҡ. Конкрет сроктар быйыл февралдә пенсия алып барыу поручениеһына квитанцияларҙа күрһәтелгән, – тип хәбәр итте Пенсия фондының республика бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеров.

Кредит ойошмаларына аҡса 11 марттан башлап, килешеүҙәрҙә билдәләнгән ваҡытта күсереләсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: