Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Март 2022, 13:45

Рәсәйҙә закондарҙа ҡаралған социаль түләмдәр бөтәһе лә һаҡланамы?

Хеҙмәт министрлығы рәсәйҙәргә пенсиялар, пособиелар түләү тураһында хәбәр итте

Рәсәйҙә закондарҙа ҡаралған социаль түләмдәр бөтәһе лә һаҡланамы?
Рәсәйҙә закондарҙа ҡаралған социаль түләмдәр бөтәһе лә һаҡланамы?

Барлыҡ социаль ярҙам саралары, шул иҫәптән пенсиялар, пособиелар, бер тапҡыр түләнеүсе түләмдәр ваҡытында һәм тулы күләмдә түләнәсәк, тип хәбәр итә “Башинформ” Рәсәй Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән.

Пенсия фондында пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләмдәрҙе түләүгә кәрәкле күләмдә аҡса ҡаралған. Социаль страховка фондында шулай уҡ ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеларҙы түләргә етерлек аҡсалар бар. Төбәктәрҙә социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү өсөн кәрәкле трансферттар субъекттарға төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы ваҡытында һәм тулы күләмдә башҡарыла, тип билдәләнеләр ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: