Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
15 Апрель 2022, 09:45

Пенсионерҙар апрелдә өҫтәлмә түләм аласаҡ

Пенсияһы билдәләнгән кимәлдән түбән булған пенсионерҙарға компенсация түләнә

Пенсионерҙар апрелдә өҫтәлмә түләм аласаҡ
Пенсионерҙар апрелдә өҫтәлмә түләм аласаҡ

Пенсия менән тәьмин ителеүе билдәле бер күләмдән түбән булған пенмионерҙарға 23 апрелгә тиклем аҡсалата түләм таратыласаҡ, тип хәбәр итә PRIMPRESS.

Социаль яҡлау белгестәре әйтеүенсә, һүҙ пенсияға ай һайын түләнеүсе компенсация тураһында бара,  уның күләме хәҙер артҡан. Был түләмдәр төбәктәр кимәлендә түләнә.

Мәҫәлән, Мәскәү яны төбәгендә күптән түгел пенсияның минималь күләмен арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр. Властар пенсионерҙарға кәмендә 17 мең һум түләү бурысын ҡуйған. Әгәр кешенең пенсияһы унан түбән булһа, өҫтәп түләйәсәктәр. Бындай өҫтәмәгә 65 йәш тулған пенсионерҙар иҫәп тота ала. Шулай уҡ кеше яңғыҙ йәшәргә һәм урындағы пропискаһы кәмендә ун йыл булырға тейеш.

Апрелдә бындай түләм алыу өсөн ғариза бирергә кәрәкмәй, түләм автоматик режимда тәғәйенләнә, тип билдәләнә.

Фото: PRIMPRESS.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: