Социаль өлкә
27 Апрель 2022, 04:45

Ғаризаны ваҡытынан алда бирергә мөмкин

Дәүләт хеҙмәттәрендә 26 апрелдән 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн түләмгә ғариза формаһы асылды

Ғаризаны ваҡытынан алда бирергә мөмкинҒаризаны ваҡытынан алда бирергә мөмкин
Ғаризаны ваҡытынан алда бирергә мөмкин

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы Дәүләт хеҙмәттәрендә мохтаж ғаиләләрҙәге 8-17 йәшлек балаларға түләм тәғәйенләү өсөн форма ваҡытынан алда – 1 май урынына 26 апрелдән асылыуы тураһында белдерҙе, тип хәбәр итә INTERFAX

“26 апрелдән Дәүләт хеҙмәттәре порталында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын түләнеүсе түләмгә ғариза тултырырға мөмкин. Ғаризаны иртә биреү уны ҡарау сроктарын үҙгәртмәй, әммә ата-әсәләргә, май байрамдарына пландарын үҙгәртмәйенсә, алдан ғариза тултырыу мөмкинлеге бирә. Ата-әсәләр 26 апрелдән 30-на тиклем тултырған бөтә ғаризалар Пенсия фонды тарафынан дөйөм тәртиптә, йәғни 1 майҙан ҡараҡға ҡаул ителәсәк”, – тиелә ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүендә.

Фото: Shutterstock

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас