Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Май 2022, 10:15

60 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелеүсе түләм 11 майҙан күсерелә башлаясаҡ

Рәсәй халҡына май айында алырға мөмкин булған бер тапҡыр бирелеүсе түләм тураһында һөйләнеләр.

60 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелеүсе түләм 11 майҙан күсерелә башлаясаҡ
60 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелеүсе түләм 11 майҙан күсерелә башлаясаҡ

 Аҡса граждандарҙың бер нисә категорияһына бүленәсәк, ә күләме 60 мең, хатта 75 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә PRIMPRESS.

Белегестәр әйтеүенсә, май айында яңы түләмде үҙҙәренең өйөнә газ үткәререгә йыйынған йәки быға тиклем үткәргән граждандар аласаҡ. Дәүләт уларҙың сығымдарын ҡаплаясаҡ.

Түләмдәр күләме һәм уларҙы алыусы категориялар төрлө төбәктәрҙә төрлөсә.  Категориялар араһында күп балалы ғаиләләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, сәйәси золом ҡорбандары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм башҡалар бар. Уларға йорттары өсөн газ ҡорамалдарҙы һатып алыуҙы ғына түгел, торлаҡҡа тиклем газ үткәргес һуҙыуҙы ла компенсациялайҙар.

Яңы закон 1 майҙан ғәмәлгә инде, ә түләм 2021 йылдың 1 ғинуарынан газ үткәреләгән йорттар өсөн түләнә. Апрель аҙағында йәки май башында ғариза биргәндәргә аҡса 11 майҙан күсерелә башлаясаҡ.

Фото: PRIMPRESS

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: