Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Май 2022, 12:15

Белгес пенсияларҙың күпмегә арттырыласағы тураһында белдерҙе

Оло йәштәге граждандарҙың пенсияһы яҡын арала арттылырға тейеш

Белгес пенсияларҙың күпмегә арттырыласағы тураһында белдерҙе
Белгес пенсияларҙың күпмегә арттырыласағы тураһында белдерҙе

Рәсәй пенсионерҙарына пенсияларҙың рекордлы арттырылыуы хупланды. Өҫтәлмә аҡсаны пенсионерҙар яҡын арала аласаҡ. Йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә индексация пенсия системаһының хәҙерге тарихында рекордлы буласаҡ. Был хаҡта пенсия эксперты Анастасия Киреева хәбәр итте, тип яҙа PRIMPRESS.

Рәсәйҙә пенсияларҙы тиҙҙән сираттан тыш индексациялау көтөлә. Апрель аҙағында Рәсәй президенты Владимир Путин пенсиялар һәм башҡа мөһим социаль түләмдәр яҡын арала индексацияланасаҡ, тип белдергәйне.

Белгестәр индексация күләме 9 процент тирәһе буласаҡ, тип күҙаллай, сөнки Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл беренсе кварталда инфляция нәҡ шул тиклем тәшкил иткән.

Пенсиялар ғына түгел, ә минималь эш хаҡы һәм йәшәү минимумы ла туғыҙ процентҡа арттылырға тейеш, тип көтөлә. Тимәк, эшләмәгән пенионерҙар ғына түгел, ә рәсми эшләүселәр ҙә күберәк ала башлаясаҡ, сөнки эш биреүселәр уларҙың эш хаҡын арттырырға тейеш буласаҡ.

Киреева әйтеүенсә, сираттан тыш индексация икенсе кварталда, йәғни июнь аҙағына тиклем булырға тейеш. Әммә властар ҡарарҙы иртәрәк ҡабул итеүе фаразлана. Әгәр индексацияны 9 процент кимәлендә раҫлаһалар, ул йыл йомғаҡтары буйынса пенсиялар өсөн 17,6 процент тәшкил итәсәк, ә был илдең пенсия системаһының яңы тарихында рекордлы һан.

Фото: PRIMPRESS

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: