Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Май 2022, 17:16

Ни өсөн ғаризалар ваҡытында ҡаралмай?

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә төрлө мөрәжәғәттәр күпләп килә. Өс йәштән ете йәшкә хәтлемге балаларға пособие түләүгә бәйле һорауҙар айырыуса йыш була.

Ни өсөн ғаризалар ваҡытында ҡаралмай?
Ни өсөн ғаризалар ваҡытында ҡаралмай?

Кешеләр социаль селтәрҙәрҙә төрлө комментарийҙар ҡалдыра. Әйтеүҙәренсә, халыҡты социаль яҡлау органдары күптәрҙең ғаризаһы буйынса яуап бирмәй.
Баҡтиһәң, проблема техник эштәргә бәйле икән. Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо сәбәпле ғаризалар 28 апрелдән 13 майға тиклем ҡаралмаған. Бөгөн иһә был тәңгәлдә эштәр көйләнгән, ҡалған ғаризаларға киләһе көндәрҙә яуап бирәсәктәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс-ете йәшлек балаларға пособие түләү буйынса һорауҙарға яуапты Телеграмдағы чат-бот аша ла алырға була: https://t.me/posobie3_7_02_bot

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: