Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Май 2022, 08:35

Башҡортостанда 45 мең балаға яңы пособие тәғәйенләнгән

8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләмдәрҙе Пенсия фонды түләйәсәк

Башҡортостанда 45 мең балаға яңы пособие тәғәйенләнгән
Башҡортостанда 45 мең балаға яңы пособие тәғәйенләнгән

Пособие ил президенты указы менән булдырылды. Республикала 45 мең баланың ата-әсәләренә ул хупланған да инде. Башҡа ғаиләләр ҙә ғариза бирә ала. Уларҙы ҡарау мөҙҙәте – 10, айырым осраҡтарҙа 30-ға тиклем эш көнө.

Түләмдәр йән башына килемдәре йәшәү минимумынан әҙ булған ғаиләләргә тәғәйенләнә. Уның күләме ғаиләнең килеменә бәйле рәүештә йәшәү минимумынан 50, 75 һәм 100 процент тәшкил итергә мөмкин. Республикала был сумма 5 339,5 һумдан алып 10 679 һумға тиклем тәшкил итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: