Социаль өлкә
21 Май 2022, 03:45

1991 йылға тиклем хеҙмәт стажы булған пенсионерҙар өсөн мөһим яңылыҡ тураһында хәбәр иттеләр

Оло йәштәгеләргә бындай стажды иҫәпләү һәм уның өсөн өҫтәмә тураһында һөйләнеләр

1991 йылға тиклем хеҙмәт стажы булған пенсионерҙар өсөн мөһим яңылыҡ тураһында хәбәр иттеләр1991 йылға тиклем хеҙмәт стажы булған пенсионерҙар өсөн мөһим яңылыҡ тураһында хәбәр иттеләр
1991 йылға тиклем хеҙмәт стажы булған пенсионерҙар өсөн мөһим яңылыҡ тураһында хәбәр иттеләр

Пенсионерҙарға йыш ҡына совет осорондағы стаж өсөн пенсияны ҡабаттан иҫәпләргә тәҡдим итәләр. Әммә Пенсия фондына бындай мөрәжәғәттәр бер нимә лә бирмәй. Был хаҡта пенсия эксперты Анастасия Киреева һөйләне, тип яҙа PRIMPRESS.

Эксперт әйтеүенсә, һүҙ совет осорондағы стаж, йәғни 1991 йылға тиклемге эш осорҙары тураһында бара. Төрлө сығанаҡтар граждандарҙың пенсияһына совет стажы өсөн өҫтәлмә тейеш, тип яҙа һәм был дөрөҫ. Тик был стаж өсөн ҡабаттан иҫәпләү белгестәр тарафынан быға тиклем эшләнгән инде.

“Был валоризация тип атала. 2002 йылға тиклем кешенең пенсия капиталы ун процентҡа арта. Ә 1991 йылға тиклемге стаждың һәр йылы өсөн граждандарға өҫтәлмә рәүештә тағы берәр процент өҫтәп иҫәпләнә. Былар барыһы лә хәҙерге пенсияларҙа иҫәпкә алынған”, – тип белдергән Киреева.

Уның билдәләүенсә, пенсияны ҡабаттан иҫәпләү өсөн пенсия тәғәйенләгәндә иҫәпкә алынмаған стаж табылыуы сәбәп булырға мөмкин. Был осраҡта Пенсия фондына ғариза һәм стаж булыуын раҫлаусы дәлилдәр, мәҫәлән архивтан документтар тапшырырға кәрәк.

Фото: Baltphоto

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас