

«Нур» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге беҙҙең районда 2015 йылдың 1 июненән, элекке комплекслы үҙәк нигеҙендә барлыҡҡа килеп, эшләп килә. Уны ошо йылдар дәүерендә социаль өлкәлә ҙур эш стажы, тәжрибәһе, махсус юғары белеме булған директор Нәжип Ямырҙа улы Йәнтилин етәкләй. Әңгәмәбеҙгә уның уң ҡулы, шулай уҡ юғары белемле белгес, фәҡәт ошо өлкәгә 20 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған Раушания Һаҙый ҡыҙы Абыҙова ла ихлас ҡушылды.
Уларҙы көндәлек мөһим эштәренән бер аҙға бүлеп, һөйләшкән арала түбәндәгеләр асыҡланды: коллективта 32 кеше, шуларҙан 28 кеше социаль хеҙмәткәр фронтында эшләй. Хеҙмәткәрҙәр йыл башынан алып һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән халыҡ ҡатламына ҡараған: пенсионерҙар, инвалид, ваҡытлыса эшкә яраҡлылыҡ һәләте кәмегән (күбеһе өлкәндәр, әммә төрлө йәштәгеләр ҙә бар) – барлығы 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндергәндәр.
Социаль хеҙмәткәр булыу күптәрҙең үҙ иткән һөнәренә әйләнгән. Шулай, Вәлимә Фәсхетдин ҡыҙы Хөсәйенова, Ғәлимә Рахманғол ҡыҙы Ишеғолова, Юлиә Вәис ҡыҙы Баязитова, Гөлшат Әмир ҡыҙы Ҡотомова, Раушания Һаҙый ҡыҙы Абыҙова, Чернышева Антонина Александровна, Лилиә Марат ҡыҙы Иҫәкәева, Айһылыу Абзал ҡыҙы Ейәнбирҙиналар 20-28 йыл дауамында ошо еңел булмаған хеҙмәттә тир түгә. Алты социаль хеҙмәткәр хаҡлы ялға сыҡһа ла төп эшендә ҡалған һәм өлкәндәргә ҡул һәм йән йылыһын биреүен дауам итә. Барлыҡ эшләп йөрөгән социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса таныҡлыҡ алған.
(Мәҡәләне тулыһынса “Ейәнсура таңдары” гәзитенең 3 июндәге һанында уҡығыҙ).
Әнисә Бикташева. Автор фотоһы.