Социаль өлкә
8 Июнь 2022, 04:45

Изге күңелле кешеләр эше

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов социаль хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотланы

Изге күңелле кешеләр эшеИзге күңелле кешеләр эше
Изге күңелле кешеләр эше

Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр һәм тармаҡ ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Был көн – һеҙҙең изге эшегеҙгә оло хөрмәт билдәһе. Көн һайын һеҙ яҡлауға мохтаж булғандарға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға: оло йәштәгеләргә, ветерандарға, инвалидтарға, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итәһегеҙ. Был кешеләрҙең яҙмышы һәм уларҙың проблемалары хәл ителеүе күп йәһәттән һеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, изгелегегеҙгә һәм уларға ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙгә бәйле.

Был байрам көнөндә һеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, ярҙамсыл булыуығыҙ, яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж булған кешеләргә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Изге эшегеҙ һеҙгә кинәнес бирһен һәм үҙегеҙҙең күңел йылығыҙҙы биргән кешеләрҙең лайыҡлы ихтирамы булып әйләнеп ҡайтһын.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, еңел булмаған, әммә кешеләргә шундай кәрәкле эшегеҙҙә уңыштар, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас