Социаль өлкә
28 Июнь 2022, 08:45

Радий Хәбиров: Бала саҡта теш дауалау — мәшәҡәтле генә эш

Башҡортостан мәктәптәрендә 68 стоматология кабинеты асылды

Радий Хәбиров: Бала саҡта теш дауалау — мәшәҡәтле генә эшРадий Хәбиров: Бала саҡта теш дауалау — мәшәҡәтле генә эш
Радий Хәбиров: Бала саҡта теш дауалау — мәшәҡәтле генә эш

Башҡортостанда «Юғарыға ос!» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә республика мәктәптәрендә 68 стоматология кабинеты асылды, тип яҙа “Башинформ”. Барыһының да лицензияһы бар, балалар стоматологияһы өсөн талаптарҙы иҫәпкә алып, заманса дауалау комплекстары менән йыһазландырылған.

«Бала саҡта теш дауалау — мәшәҡәтле генә эш. Балалар ҡурҡа, өлкәндәрҙең уларҙы етәкләп йөрөтөргә ваҡыты юҡ. Шуға беҙ Башҡортостан мәктәптәрендә стоматология кабинеттары селтәрен булдырырға ҡарар иттек. Проектты бойомға ашырҙыҡ, — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Быйылғы уҡыу йылында ғына 86 меңдән ашыу уҡыусы теш табиптарына күренде. Уҡытыусылар хаҡында ла хәстәрлек күрәбеҙ».

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, 2022 йылдың аҙағынаса Башҡортостан мәктәптәрендә тағы 12 стоматология кабинетын асыу күҙаллана.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас