Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Сентябрь 2022, 09:50

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә универсаль пособие индерелә

Хөкүмәт 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә килемдәре түбән булған ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим итте

Рәсәйҙә 1 ғинуарҙан килемдәре түбән булған ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим ителә, был хаҡта Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин хөкүмәт ултырышында хәбәр итте, тип яҙа РИА Новости

“Ул ғәмәлдә булған социаль ярҙам сараларын, шул иҫәптән бала тыуыуға йәки уллыҡҡа алыныуға бәйле уға өс йәшкә тиклем бирелгән түләмдәрҙе лә берләштерәсәк”, – тип аңлатты министрҙар кабинеты рәйесе.

Универсаль пособие шулай уҡ өс йәштән ете йәшкеә тиклемге һәм һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге түләмдәрҙе лә үҙ эсенә аласаҡ. Бынан тыш, ул йөклөлөктөң иртә сроктарында мохтаж ҡатындарға ла тәғәйенләнәсәк.

Универсаль түләмде юллау өсөн өҫтәлмә справкаларһыҙ бер ғариза бирергә кәрәк буласаҡ. Быны граждандың һайлауы буйынса “Госуслуги” порталы аша йәки пенсия һәм социаль страховка фондында эшләргә мөмкин буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: