Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Ноябрь 2022, 07:45

Яңы йылдан пенсияларҙың күпмегә артыуы тураһында хәбәр иттеләр

Хеҙмәт министры 1 ғинуарҙан пенсиялар күпмегә арттырыласағын әйтте.

Эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары 2023 йылдың 1 ғинуарынан 4,8 процентҡа индексацияланасаҡ. Был хаҡта Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков хәбәр итте, тип яҙа Интерфакс.

Министр иҫкә төшөрөүенсә, 2022 йылда пенсия ике тапҡыр – ғинуарҙа һәм июндә индексацияланды. 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсия артыу кимәле быйылғы йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда 15,3 процент тәшкил итәсәк.

2023 йылда  планлаштырылған арттырыуҙан һуң пенсияның уртаса йыллыҡ күләме йыл аҙағына 21862 һум тәшкил итергә тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: