Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Декабрь 2022, 16:22

Яңы йылды – яңы йортта!

22 декабрҙә Ейәнсура районы үҙәгендә торлаҡҡа мохтаж булараҡ сиратта торғандарға фатир асҡыстары тапшырылды.

Яңы йылды – яңы йортта!
Яңы йылды – яңы йортта!

Ете етем бала  район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов  ҡулынан фатир асҡыстары алып ҡыуанды.

  • 2018 йылдан бирле 56 бала фатирлы булды. Быйыл беҙгә 23 млн һум тирәһе аҡса бүленде. Беҙ был аҡсаға 19 фатир һатып алдыҡ. Әлбиттә, тәү йылдары төҙөлгән йорттарҙың етешмәгән яҡтары ла, былар буйынса мөрәжәғәттәр ҙә булды. Ҡайҙа елләтеү системаһы, солан эшләнмәгән – беҙ быларҙың барыһын да иҫәпкә алып, әлеге көндә сифатлы фатирҙар төҙөүгә өлгәште, – тип программа буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне Дәмин Марат улы.

Барлыҡ уңайлыҡтары булған йорттар урындағы эшҡыуар Вадим Ваһапов һәм Эдуард Шәрипов етәкләгән ойошмалар тарафынан төҙөлгән. Был торлаҡтар әлеге ваҡытта әүҙем үҫешкән Яңы Павловка ауылы урынлашҡан. Йорттарҙа бөтә шарттар бар, улар йәшәйәсәк урамдарға ҡомташ түшәлгән. Хужалар йорт янындағы ер участкаһын да үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, унда мунса, гараж төҙөй йәки баҡса үҫтерә ала.

Йәштәргә яңы йортта именлектә, шатланып ғүмер кисерергә яҙһын!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: