Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ғинуар 2023, 16:05

Индексациянан һуң әсәлек капиталы нисек үҙгәрәсәк?

1 февралдән әсәлек капиталы индексациялана – ул 11,9 процентҡа арта

Индексациянан һуң әсәлек капиталы нисек үҙгәрәсәк?
Индексациянан һуң әсәлек капиталы нисек үҙгәрәсәк?

Түләмдәр күпме буласаҡ?

— 586 946,72 һум — әгәр икенсе бала 2007-нән 2020 йылға тиклем тыуһа.

— 775 628,25 һум икенсе балаға — әгәр беренсеһе 2020 йылға тиклем, икенсеһе унан һуң тыуһа.

— 586 946,72 һум — әгәр берҙән-бер бала 2020 йылдан башлап тыуһа.

— 586 946,72 һум беренсеһенә, 188 681,53 һум икенсеһенә — әгәр икеһе лә 2020 йылдан башлап тыуһа.

— 775 628,25 һум — әгәр өсөнсө һәм унан һуңғы балалар 2020 йылдан башлап тыуһа һәм ғаилә быға тиклем әсәлек капиталы алмаһа.

Индексация әсәлек капиталының тотонолмаған өлөшөнә генә ҡағыла. Мәҫәлән, 270 мең ҡалған булһа, ул февралдә 302 мең һумға тиклем артасаҡ.

Күпме ҡалғанын нисек белергә?

— Онлайн: дәүләт хеҙмәттәре порталы аша (https://www.gosuslugi.ru/600122/1/form). Мәғлүмәт 6 февралдә яңырасаҡ.

— Офлайн: Рәсәй Социаль фондының теләгән бер бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: