Социаль өлкә
16 Март 2023, 07:10

Пособие түләүҙә үҙгәрештәр тураһында хәбәр иттеләр

Рәсәй соцфондында балаларға пособиелар түләүҙә үҙгәрештәр тураһында һөйләнеләр

Пособие түләүҙә үҙгәрештәр тураһында хәбәр иттеләрПособие түләүҙә үҙгәрештәр тураһында хәбәр иттеләр
Пособие түләүҙә үҙгәрештәр тураһында хәбәр иттеләр

Һүҙ 3 йәшкә тиклемге балаға әсәлек капиталынан айлыҡ пособие тураһында бара.

2023 йылдың июненән 3 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие “Мир” карталарына берҙәм көндә – үткән ай өсөн яңы айҙың 5-се көнөндә йәки почтаға почта бүлесәһенең графигына ярашлы яңы айҙа үткән ай өсөн күсерәләсәк.

“Үҙгәрештәр индерелгәнгә тиклем түләмдәр март өсөн мартта, апрель өсөн апрелдә күсерәләсәк. Май өсөн түләм июндә буласаҡ”, – тип хәбәр иттеләр РФ Соцфондының матбуғат хеҙмәтендә.

Билдәле булыуынса, 2023 йылдың 1 ғинуарынан килемдәре бер кешегә ике йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр 3 йәшкә тиклемгә теләгән бер балаға әсәлек капиталынан түләмдәр алырға мөмкин. Уға тиклем бындай түләмде 3 йәшкә тиклемге икенсе балаға ғына алырға мөмкин ине.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас