Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Март 2023, 11:38

"Лимпопо"ла булдыҡ беҙ!

Балаларҙың яҙғы каникулы дауам итә. Өлкәндәр иһә ҡыҙҙар-малайҙарҙың ялын күңелле һәм файҙалы итергә ҙур көс һала. Мәҫәлән, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Әлиә Ямғурова "Ғаилә" үҙәге белгесе Розалия Татлыбаева менән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Ырымбур ҡалаһына экскурсия ойошторҙо. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева ярҙамында ойошторолған сәфәр "Лимпопо" аквапаркынан башланды. 

"Лимпопо"ла булдыҡ беҙ!
"Лимпопо"ла булдыҡ беҙ!

Бында балалар рәхәтләнеп һыу инде, төрлө аттракциондарҙа йөрөнө.

Ырымбур буйлап йөрөп, ҡала менән танышҡас, ҡайтырға сыҡтылар. Юл ыңғайы туҡталып, Һаҡмар йылғаһының ташҡынын да күҙәтте сәйәхәтселәр. 

Был сәфәрҙән балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик ҡәнәғәт йөрөп ҡайтты.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: