

Рәсәй Президенты указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына 10-ар мең һум бирелә, тип хәбәр итте “Башинформ”. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында Рәсәй Федерацияһы Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Вәхитов белдергән.
Аҡса апрель пенсияһы менән бергә таратыласаҡ. 2023 йылда республикала уны 182 ветеран, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 63 кеше алырға тейеш. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.