Социаль өлкә
1 Апрель 2023, 08:15

Бөгөндән пенсиялар арта

Бөгөндән Рәсәйҙә социаль пенсиялар 3,3 процентҡа индексациялана.

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, индексация күләме пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы үҫеше темптарынан сығып иҫәпләнә. Социаль пенсия пенсия иҫәпләү өсөн раҫланған стажы булмағандарға, инвалидтарға, ҡараусыһын юғалтыусыларға түләнә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас