

Ведомство берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнеүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Әсәлек капиталынан түләүҙәр шулай уҡ 12 айға тәғәйенләнә. 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға пособие иҫке ҡағиҙәләр буйынса бер йәшкә, артабан ике һәм өс йәшкә тиклем тәғәйенләнә, уны баланың тыуған көнөнән һуң оҙайтыу талап ителә.
Пособиеларҙы һәм түләүҙәрҙе артабан оҙайтыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы (Госуслуги) аша ярашлы ғариза бирергә йәки РФ Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә йә күп функциялы үҙәккә шәхси мөрәжәғәт итергә кәрәк.