Социаль өлкә
18 Август 2023, 11:35

Башҡортостанда августа ҡайһы бер төр пенсиялар арта

...

Башҡортостанда августа ҡайһы бер төр пенсиялар артаБашҡортостанда августа ҡайһы бер төр пенсиялар арта
Башҡортостанда августа ҡайһы бер төр пенсиялар арта

“Аңлатабыҙ.Башҡортостан” проекты хәбәр итеүенсә, август айында эшләүсе пенсионерҙарға түләмдәр һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсиялар арта.

Яңынан иҫәпләүҙе Рәсәйҙең социаль фонды (РСФ) башҡарасаҡ. Пенсия тәғәйенләнгәндән һуң пенсионер эшен дауам итһә, пенсия ҡайтанан иҫәпләнә. Августа РСФ 2022 йылда эшләгәндәрҙең страховка пенсияһын ҡайтанан иҫәпләй. Башҡортостанда 219 мең кеше яңы күләмдә пенсия аласаҡ.

Бынан тыш, ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия индексацияланасаҡ. РСФ арттырыуҙы автоматик рәүештә башҡарасаҡ, пенсия алыусыларҙан өҫтәлмә ғаризалар кәрәкмәй.

Фото: “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас