

Экспертиза уҙғарыуға йүнәлтмә, кешенең ҡайҙа йәшәүенә һәм урынлашыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәре бюролары араһында бүленә. Һөҙөмтәләр Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа йәки почта аша киләсәк.
Әгәр кеше медицина-социаль экспертиза ҡарары менән риза булмаһа, баш бюроға мөрәжәғәт итә ала.
Иғтибар итегеҙ, медицина-социаль экспертиза үтеү ысулын (шәхсән йәки ситтән тороп) поликлиникала уҡ хәл итергә була.
Электрон рәүештә үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә бынан һуң белешмәләр һәм документтар тапшырырға кәрәкмәй, сөнки мәғлүмәттәр экспертиза учреждениелары һәм медицина ойошмалары араһында электрон төрҙә тапшырыла, ә һөҙөмтәләр Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа ебәрелә.
Берҙәм бәйләнеш үҙәге:
8 (800) 1-00000-1
Башҡортостан Медицина-социаль экспертиза баш бюроһының рәсми сайты
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан