Иғтибар итегеҙ, былары мөһим:
Студенттар һалым ҡайтармаһын Федераль һалым хеҙмәте сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә, шулай уҡ һалым инспекцияһында йәки Күп функциялы үҙәктә шәхсән юллай ала.
Аҡсаны үҙеңдең уҡыуың өсөн генә түгел, баланың, ҡусты йәки һеңленең, тәрбиәгә алынған кешенең уҡыуына түләгән осраҡта кире ҡайтарырға мөмкин. Балалар баҡсаһымы, юғары уҡыу йорто, автомәктәп йәки сит тел курстарымы ул - иң мөһиме, учреждениеның лицензияһы булырға тейеш. Эшләп йөрөгән һәм һалым түләгән һәр Рәсәй гражданы:
– 24 йәшкәсә бер йәки бер нисә балаһының көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
– 18 йәшкә тиклемге бер йәки бер нисә тәрбиәләнеүсеһенең көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
– опека туҡтатылғандан һуң 24 йәшкә тиклемге элекке тәрбиәләнеүсеһенең көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
– 24 йәшкә тиклемге туғанының (атай йә әсәй генә уртаҡ булған осраҡта ла) көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
– шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм Дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре классификаторы кодында белем биреү эшмәкәрлеген күрһәткән репетиторҙа белем алған өсөн һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 222-22-22