

Республикала 33 меңдән артыҡ эшләүсе кешегә йәш ярымға тиклемге балаларҙы тәрбиәләү буйынса пособие түләнә. Был хаҡта төбәк Соцфонды мәғлүмәт бирҙе.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бер балаға был пособие дәүмәле ата-әсәнең һуңғы календарь йылдағы уртаса килеменең ҡырҡ процентын тәшкил итә.
2023 йыл башынан алып Рәсәй Социаль фондының БР буйынса бүлексәһе тарафынан 2,5 млрд һумдан артыҡ түләнгән. Был пособие үтеп киткән ай өсөн уның артынан килгән айҙың 8-ендә түләнә.
1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиены сабыйҙы фактик ҡараған һәм ярашлы отпускыла булған атаһы йәки әсәһе, опекуны, өләсәһе, ҡартатаһы йәки башҡа туғаны алырға мөмкин. Отпуск балаға өс йәш тулғанға тиклем бирелә, ә пособие 1,5 йәшкә тиклем түләнә.