Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Ноябрь 2023, 14:05

Ҡайһы бер бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла

Башҡортостанда “май указдары” ҡағылмаған бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы индексациялана

Ҡайһы бер бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла
Ҡайһы бер бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан бюджет ойошмаларының РФ президентының “май указдары” тәьҫиренә эләкмәгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы индексацияланасаҡ, тип хәбәр итте РБК. Улар иҫәбенә белем биреү һәм социаль  учреждениеларҙың кесе персоналы, мәктәптәр етәкселәре, район мәғариф бүлектәре хеҙмәткәрҙәре һ.б. инә. Эш хаҡын республика бюджеты иҫәбенә индексациалау пландары тураһында республика финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итте. 8 ноябрҙә ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетында республика бюджеты проекты менән таныштырҙы.

«Будем исходить из возможностей нашего бюджета. Но однозначно уже обсуждается, что с 1 января 2024 года отдельная индексация у нас будет проведена. У нас большая проблема именно с соцработниками, методистами РОНО, директорами школ, водителями школьных автобусов. То есть у нас много такого “прочего персонала”, с которыми не проводилась обязательная, как по “указникам”, индексация. По “указникам” мы обязаны обеспечить [индексацию зарплат], а вот по прочим — зависит от наших возможностей», — тине Иғтисамова.

Минфин етәксеһе шул уҡ ваҡытта бюджетта киләһе йылда дәүләт хеҙмәткәрҙәре эш хаҡын индексациялау ҡаралмауы тураһында белдерҙе.

 

Так называемые «майские указы» были подписаны Владимиром Путиным в 2012 году. В них прописано, что зарплаты 12 отдельных категорий бюджетников должны обязательно индексироваться на определенные значения каждый год. Например, оплата труда учителей в учебных заведениях разного уровня, сотрудников учреждений культуры, соцработников, а также младшего и среднего медперсонала должна достигать уровня средней зарплаты по региону.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: