Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Ноябрь 2023, 15:35

Федерация Советы пенсия коэффициенты хаҡы тураһында законды хупланы

...

Федерация Советы пенсия коэффициенты хаҡы тураһында законды хупланы
Федерация Советы пенсия коэффициенты хаҡы тураһында законды хупланы

Федерация Советы бер пенсия коэффициенты хаҡын 129,46 һумдан 133,05 һумға тиклем арттырыу һәм ҡартлыҡ буйынса пенсияға 8134,88 һумлыҡ нығытылған (фиксированный) түләм күләме тураһында законды хупланы, тип хәбәр итте РИА Новости.

Бер пенсия коэффициенты хаҡын һәм ҡартлыҡ буйынса пенсияға нығытылған түләмде үрҙә күрһәтелгән күләмдә билдәләү эшләмәгән страховка пенсияһы алусыларҙың барыһының да (32,6 млн кеше) пенсия тәьминәте кимәлен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Уларҙың пенсияһының уртаса күләме 1572 һумға артасаҡ һәм 22605 һум тәшкил итәсәк, ҡартлыҡ буйынса эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһының уртаса күләме иһә 1631 һумға артасаҡ һәм 23449 һум тәшкил итәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: