Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Ноябрь 2023, 14:50

"Ун балам - ун бармағым"

“Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә” – Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәүсе Рәбиға Ҡотлогилде ҡыҙы Яҡшыгилдинаға тура килеп тора был һүҙҙәр. Атаһы һуғышта батырҙарса һәләк булғанда өс айлыҡ ҡына булып ҡалған Рәбиға инәйҙең әсәләре Зәлифә инәй 40 йәшкә лә тулмайынса вафат булған. Әсәйһеҙлектең әселеген бик яҡшы белгәнгә, атай тәрбиәһендә генә ҡалған дүрт баланы йәлләп, яҙмышын үҙенән ун йәшкә өлкән ир менән бәйләргә баҙнат итә ул.

"Уң балам - уң бармағым"
"Уң балам - уң бармағым"

Ун балам – ун бармағым” “Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә” – Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәүсе Рәбиға Ҡотлогилде ҡыҙы Яҡшыгилдинаға тура килеп тора был һүҙҙәр. Атаһы һуғышта батырҙарса һәләк булғанда өс айлыҡ ҡына булып ҡалған Рәбиға инәйҙең әсәләре Зәлифә инәй 40 йәшкә лә тулмайынса вафат булған. Әсәйһеҙлектең әселеген бик яҡшы белгәнгә, атай тәрбиәһендә генә ҡалған дүрт баланы йәлләп, яҙмышын үҙенән ун йәшкә өлкән ир менән бәйләргә баҙнат итә ул. Шулай Зөлҡәрнәй олатайға кейәүгә сығып, йәш ярымдан 10 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарап, Түбәнге Муйнаҡ ауылында йәшәй башлай.

– Зөлҡәрнәйемдең дүрт балаһы ла мине әсәй тип үҫте. Бәләкәй генә өйҙә йәшәнек. Уртаҡ балаларыбыҙ донъяға килде. Уларға ете саҡырымдағы мәктәпкә йөрөү ауыр булды, ә Зөлҡәрнәй тыуған нигеҙен ташлап китергә оҙаҡ күнмәне. Шулай ҙа балаларҙың киләсәген уйлап Үрге Муйнаҡтан йорт һатып алып, ҙурыраҡ өйгә күсендек. Мин фермала һыйыр һауҙым. Өй артынан ғына һуҡмаҡ һалып алдым да, эшкә шунан туғай аша йүгерә торғайным. Эш күп булды, йоҡо ла туймай торғайны. Әммә үткәндәрем менән бәхетлемен, сөнки бабайым менән ун бармағымдай күргән ун баланы үҫтереп, кеше иттек, – ти Рәбиға инәй.

Икеһе лә колхоз эшенә егелеп, гел алдынғылар рәтендә булған улар. Зөлҡәрнәй олатай комбайнда, тракторҙа эшләһә, Рәбиға инәй һыйыр һауа. 25 йыл – һауынсы, 10 йыл быҙау ҡараусы, артабан, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ураҡ ваҡытында ҡырҙан килгән иген йыйыусы комбайнсыларға ашарға бешергән, фатирҙа йәшәткән.

Колхозда көнгә генә эшләгән, эш хаҡын игенләтә генә алған осорҙа ун баланы ашатыу, кейендереү еңелдән булмай, әлбиттә. Ә шулай ҙа колхоздар осорон һағынып иҫкә ала инәй. “Эш тә булды, эшләгәндәрҙең ашы ла булды”, – ти ул. Үҙе лә ҙур ғаиләгә көн аша берәр мейес икмәк бешерә, һөт ризыҡтары әҙерләй. Ғаилә ишле булғас күпләп һарыҡ, 2-3 һауын һыйыры тотҡандар. Колхоз һәм көнкүрештәге эштәрҙән арынған арала бәйләмгә тотона. Төндәр буйы йоҡламай бәйләгән шәлдәрҙе һатып, балаларының өҫтөн бөтөн, тамаҡтарын туҡ үҫтерергә өлгәшкәндәр.

Бөгөн балалары башлы-күҙле, ғаиләле, күптәре ейән-ейәнсәрле инде. Тик Зөлҡәрнәй олатай балаларының бәхетле тормош кисереүҙәрен күрә алмаған – 65 йәшендә генә вафат булған. Әле инәй улы Рәшит менән бергә тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килгән әсәгә – Рәис исемле улын юғалтҡан. Ҡалғандары: Фәтих менән Мөнирә – Үрге Муйнаҡта, Эльмиралары – Үзбәкстанда, Рәмил – Яр Саллыла, Рәйләләре – Мәҡсүттә, Рәзинә менән Лена – Салауатта, төпсөктәре Рәшиҙә Кушнаренко районында йәшәй.

Бөгөн бәхетле әсәй, өләсәй-ҡәрсәй (әйткәндәй, ейән-ейәнсәрҙәре генә 22, бүләләренең дә һаны 10-дан артҡан) балаларының һаулығын, именлеген теләп, һәр балаһы өсөн айырым ҡыуанып, шөкөр итеп йәшәй. Әсә өсөн балаларының бәхетле тормош көтөүен күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: