Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Ғинуар , 11:05

Ғаилә йылында әсәлек капиталының күләме арта

 Индексацияны 2024 йылдың 1 февраленән башҡарыу планлаштырыла

Ғаилә йылында әсәлек капиталының күләме арта
Ғаилә йылында әсәлек капиталының күләме арта

Ғаилә йылында илебеҙ ғаиләләре беренсе балаға – 630,4 мең, икенсеһенә 833 мең һум күләмендә әсәлек капиталы алырға мөмкин. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтенең телеграм-каналында хәбәр ителә. Индексацияны 2024 йылдың 1 февраленән башҡарыу планлаштырыла, тип яҙа “Башинформ”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе бала өсөн аҡса алған ата-әсәләргә икенсе балаһы тыуғанда 202,6 мең һум күләмендә өҫтәмә ҡаралған.

«Президенттың ҡушыуы буйынса 2022 йылдан әсәлек капиталы йыл һайын инфляция буйынса индексациялана. 2024 йылдың 1 февраленән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме – 43,4 мең һумға, ә икенсеһенә 57,4 мең һумға арта», – тине Рәсәйҙең хеҙмәт министры Антон Котяков.

2023 йылда әсәлек капиталы аҡсаһын күберәк торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонғандар, тип өҫтәне министр. Илдә 677 меңдән ашыу ғаилә ошондай мөмкинлектән файҙаланған.

Икенсе популяр йүнәлеш – әсәлек капиталынан өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләү.

Өсөнсөһө  – белем алыу. 2023 йылда 376 мең ата-әсә әсәлек капиталы аҡсаһын ошо маҡсат өсөн тотонған.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: