Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Февраль , 14:55

Тағы ла бер ғаилә торлаҡлы буласаҡ

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында тағы ла бер сертификат тапшырылды.

Тағы ла бер ғаилә торлаҡлы буласаҡ
Тағы ла бер ғаилә торлаҡлы буласаҡ

Илдә һәм республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн төрлө маҡсатлы программалар уңышлы эшләй. Шуларҙың береһе – “РФ граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” федераль дәүләт программаһы.

Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбенә индерелгән йәш ғаиләләр йорт төҙөү йәки торлаҡ һатып алыуға дәүләт бюджетынан матди ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.  

Бөгөн Ейәнсура районы хакимиәте бинаһында тап ошо программа буйынса сиратта торған 35 йәшкә тиклемге ғаиләләрҙең береһе Азамат Фәрит улы һәм Гөлирә Радик ҡыҙы Аҡсуриндарға  район башлығы Дәмин Юланов торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән сертификат тапшырҙы.   

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: