Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Март , 14:53

Беҙҙең принцессалар балда булды

Бөгөн Өфө ҡалаһының опера һәм балет театрында "Бәләкәй принцессалар балы" үтте. Сараға барлығы республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 300 ҡыҙ бала килгәйне, ә Ейәнсура районынан дүрт сибәркәй әсәйҙәре һәм өҫтәлмә белем биреү педагогы Әлиә Ямғурова менән ҡатнашты. 

Беҙҙең принцессалар балда булды
Беҙҙең принцессалар балда булды

Беҙҙең "бәләкәй принцессалар" диңгеҙҙәй эмоциялар алды, шул иҫәптән уларҙы ысын феяға әйләндергән стилистар менән осрашыуҙан да. Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән ҡунаҡтарҙы сәләмләне, уларҙы яҙғы байрам менән ҡотланы һәм спектаклде ҡарарға саҡырҙы. Был ғәйәт ҙур саранан сағыу эмоциялар һәр бәләкәй принцессаның күңелендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: