Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Май , 12:35

Буласаҡ пенсия күләмен нисек иҫәпләргә

Эксперттар буласаҡ пенсия күләмен нисек үҙ аллы иҫәпләү хаҡында һөйләне

Буласаҡ пенсия күләмен нисек иҫәпләргә
Буласаҡ пенсия күләмен нисек иҫәпләргә

Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы - ул законда билдәләнгән йәшкә еткән граждандарға ғүмерлеккә айлыҡ түләү. Эксперттар буласаҡ түләүҙәрҙе үҙаллы иҫәпләү ысулын аңлатты.

Страховка пенсияһының күләме хеҙмәт стажына, балдар һанына (ИПК), шулай уҡ билдәләнгән өҫтәмәгә (фиксированная выплата) һәм пенсия тупланмалары күләменә бәйле. Страховка һәм тупланма пенсияны иҫәпләү өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Социаль фондында шәхси иҫәп күсермәһендә табырға мөмкин.

Күсермәлә гражданға страховка пенсияһын тәғәйенләү көнөнә иҫәпләнгән барлыҡ пенсия коэффициенттары суммаһы ла, страховка осоро ла, атап әйткәндә, эш биреүсе Социаль фондҡа страховка иғәнәләрен күсергән хеҙмәт стажы һәм страховкалау булмаған осорҙар ҙа күрһәтеләсәк. Граждандың ниндәйҙер социаль әһәмиәтле йәки башҡа эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән осоро ошо осорға ҡарай. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында иҫәп яҙмаһы булһа, Рәсәйҙең Пенсия фондынан онлайн күсермәгә заказ бирергә мөмкин. Бынан тыш, Күп функциялы үҙәккә йәки Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһенә һорау ебәреп, күсермәне ҡағыҙ вариантта алырға була.

Пенсия түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә: Индивидуаль пенсия индексы страховка пенсияһын тәғәйенләү көнөнә пенсия коэффициенты хаҡына ҡабатлана, уға билдәләнгән түләү өҫтәлә, тип хәбәр итә РБК.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: