"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Май , 14:58

1 июндән балаларға берҙәм пособие тәғәйенләнешендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

2024 йылдың 1 июненән балаларға берҙәм пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр көсөнә инә.

1 июндән балаларға берҙәм пособие тәғәйенләнешендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
1 июндән балаларға берҙәм пособие тәғәйенләнешендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

2024 йылдың 1 июненән балаларға берҙәм пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр көсөнә инә. Тәү сиратта, улар уҡыуҙан буш ваҡытта балиғ булмаған балаларҙың килемен иҫәпкә алыуға ҡағыла. Хәҙер был аҡсалар пособие тәғәйенләгәндә килем булараҡ иҫәпкә алынмай, тип хәбәр итә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ үҙгәрештәр алиментҡа ҡағыла. 1 июндән суд тарафынан билдәләнгән һәм ғәмәлдә түләнгән алименттар иҫәпкә алынасаҡ. Әгәр алимент түләү тураһында суд ҡарары булмаһа, пособие тәғәйенләү тураһында ғаризала күрһәтелгән алимент суммалары иҫәпкә алынасаҡ. Шул уҡ ваҡытта был суммалар минималь дәүләт гарантияларынан кәм булмаҫҡа тейеш: бер балаға — минималь эш хаҡының дүрттән бер өлөшө (4810,50 һум), ике балаға — минималь эш хаҡының өстән бер өлөшө (6414 һум) һәм өс һәм унан күберәк балаға минималь эш хаҡының яртыһы (9621 һум).

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: