«Милли өҫтөнлөктәр» өс төрлө роликта: «Яҙ ҡыҙы», «Беҙ күберәк булыуын теләйбеҙ» һәм «Ғаилә - ҙур ойошма»ла ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләне.
Рәсәйҙә 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Тематик йыл ғаиләне яҡлау һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу өсөн уҙғарыла, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләргә айырым иғтибар бүленә.
«Демография» милли проектына ярҙам йөҙөнән социаль коммуникация кампанияһы старт алды, ул балаларҙың һәм ҙур ғаиләнең донъяға килеү ҡиммәттәре тураһында һөйләй.
«Демография» милли проектының иң популяр программаһы – әсәлек капиталы. Тәүҙә, программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып ул ғаиләлә икенсе йәки артабанғы бала тыуғанда бирелә ине, ләкин 2020 йылда программа тәүге сабыйҙарға ла киңәйтелде. Программа булдырылғандан алып 14 миллиондан ашыу ғаилә әсәлек капиталын алды.
Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, өс йәшкәсә балаға айлыҡ түләүҙәргә, балаларға белем биреүгә, ата-әсәләрҙең тупланма пенсияһына, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин. Программа бер вариантты һайларға йәки аҡсаны бер нисә йүнәлешкә бүлергә мөмкинлек бирә.
2024 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы 7,4 процентҡа арттырылды һәм түбәндәгесә тәшкил итә:
– 2020 йылдан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған бер балалы ғаиләләргә – 630,4 мең һум. Икенсе бала тыуғас, 202,6 мең һум өҫтәп түләнә.
– 2007-2019 йылдарҙа тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған, шулай уҡ өс йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, әгәр бала тыуғанға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа, 630,4 мең һум.
833 мең һум – икенсе балаһы һәм шулай уҡ өсөнсө йәки артабанғы бала 2020 йылдан һуң тыуған (уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған) ғаиләләр, әгәр быға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа.
Шулай уҡ балалы ғаиләләр «Ғаилә ипотекаһы» дәүләт ярҙамы менән торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. Күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүленә - улар ипотека кредитын ҡаплау өсөн дәүләттән 450 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
«Демография» милли проекты ярҙамында Рәсәй төбәктәрендә өс йәштән кесерәк балалар өсөн ясле төркөмдәре менән яңы балалар баҡсалары асылды, шулай уҡ шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырылды. Ә бала ҡарау буйынса отпускыла булған йәки мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән әсәләр бушлай яңынан уҡый ала.
Ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте национальныепроекты.рф сайтында табырға мөмкин