Ейәнсура районының “Ғаилә” үҙәге янында эшләгән “Йәшлек Drive" проектында (етәксеһе Илшат Әлиев) шөғөлләнгән Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбе уҡыусылары төшөргән видеороликта уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте һәм уларҙы яйға һалыуҙа психологтың роле тураһында һүрәтләнә. Әйткәндәй, уҡыусылар төшкән роликтың сценарийын Ева Гаврилова әҙерләгән. Үҙе үк төшөрөп, монтажлаған. Психолог ролендә лә Ева үҙе, ә клиент булып – Алина Абдуллова, уҡытыусы булып Анна Ерофеева төшә.
Уҡыусыларҙың Илшат Исмәғил улы ярҙамында әҙерләгән был видеороликтары республика бәйгеһендә лайыҡлы баһа ала – өсөнсө урын яулай. Ҡыҙҙарға дипломдарын Республика йортонда Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль һаҡлау министры Ленара Иванова тапшырҙы.
Афарин, ҡыҙҙар!