Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Июнь , 14:05

1 июлдән кемдәрҙең пенсияһы артыуы тураһында хәбәр ителде

Эксперт 2024 йылдың 1 июленән кемдәрҙең пенсияһы арттырылыуы тураһында һөйләне

1 июлдән кемдәрҙең пенсияһы артыуы тураһында хәбәр ителде
1 июлдән кемдәрҙең пенсияһы артыуы тураһында хәбәр ителде

Иҡтисади теория һәм хеҙмәт хоҡуғы өлкәһендәге эксперт, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы кафедраһы доценты Наталья Усова граждандарҙың түбәндәге категорияларына 2024 йылдың 1 июленән пенсия түләүҙәрен арттырылыу тураһында һөйләне:

80 йәше тулған пенсионерҙар

Әгәр пенсионерға 80 йәш тулһа, юбилейҙан һуң киләһе айҙан уға арттырылған пенсия түләнә башлай. Быға тиклем 8134,88 һум тәшкил иткән дәүләт өҫтәмәһе ике тапҡырға, 16269,76 һумға тиклем арттырыла.

Был үҙгәрештәр 2024 йылдың 1 июлендә үҙ көсөнә инә һәм быйыл июндә 80 йәшен тултырған пенсионерҙарға ҡарата автоматик рәүештә ҡулланыла. Рәсәйҙең Социаль фондына документтар тапшырыу кәрәкмәйәсәк – пенсия өҫтәмә формаллекһеҙ арттырыласаҡ.

Июндә эштән киткән пенсионерҙар

2024 йылдың июнендә эштән киткән пенсионерҙарға 1 июлдән пенсия күләме арттырыла. Рәсәй Социаль фонды ғариза яҙыуҙы талап итмәйенсә, страховка пенсияларын автоматик рәүештә яңынан иҫәпләй.

Эшкә кире ҡайтҡан осраҡта коэффициент йәнә “туңасаҡ”. Ләкин 2025 йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарға дәүләттән билдәләнгән өҫтәмә түләүҙе индексациялау тергеҙелә.

I төркөм инвалидлыҡ алған граждандар

I төркөм инвалидлыҡ алған граждандар ҙа, 80 йәшлек граждандар кеүек үк, дәүләттән билдәләнгән өҫтәмә түләүҙе ике тапҡырға арттыра ала. 2024 йылдың 1 июленән I төркөм инвалидлыҡ алғандарҙың пенсияһы 8134,88 һумға арта.

80 йәше тулған инвалидтарға дәүләттән билдәләнгән өҫтәмә түләү икеләтә артмай, сөнки инвалидлыҡ биргәндә ошондай түләү түләнә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: