Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Июнь , 11:55

Субсидия юллау ябайлаштырылды

...

Субсидия юллау ябайлаштырылды
Субсидия юллау ябайлаштырылды

Хөкүмәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн субсидиялар биреү тәртибен ябайлаштырҙы. Хәҙер граждандарға бындай субсидия алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша электрон ғариза бирергә кәрәк. Документтарҙың төп өлөшөн ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек системаһы аша дәүләт органдары һоратып аласаҡ, тип хәбәр итә “Башинформ” РФ Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Билдәләнеүенсә, яңы тәртип ошо ярҙам сараһын социаль яҡлау органдарына йәки күп функциялы үҙәккә тәғәйенләүҙе һорап мөрәжәғәт итергә теләгән граждандар өсөн мөмкинлекте бөтөрмәй.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ай һайын түләүҙәре килеменең билдәле бер артҡан граждандар субсидия алыу хоҡуғына эйә. Һәр төбәк ошо норманы үҙаллы билдәләй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: